#ӘсәйҙәрКөнөнәБағышланғанБайрам
- gabbasovazalia8
- 24 сент. 2023 г.
- 1 мин. чтения
"Әсәй" тип асыла беҙҙең тел
Әсәйҙе хөрмәт ит - шуны бел!
Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт
Әйтәйек уларға: мең рәхмәт!
24, 25 ноябрь беҙҙең баҡсабыҙҙа уртансы, өлкәндәр, мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре "Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, әсәйҙәргә дан йырлайыҡ" тип аталған байрам сараһына әсәйҙәрҙе саҡырҙы. Байрамға балалар яратып ҡараған йәнһүрәт геройҙары "Өс бесәй" - Карамелька, Коржик, Компот та килде. Улар әсәйҙәргә, балаларға уйындар уйнатты, бергә йырлап-бейеп күңел астылар. Әсәйҙәр кескәйҙәрҙең шиғыр ятлағанын, йыр-бейеүҙәрен, музыкаль оркестрҙы һоҡланып ҡарап ултырҙылар. Байрам һуңынан балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен әсәйҙәренә тапшырҙылар.









Комментарии